

7-се музыка мәктәбе быйыл июндә 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Көҙгә, октябрь айына, төҙөкләндереү эше тамамланасаҡ, тип планлаштыралар. Яңыртылған өҫтәмә белем биреү учреждениеһына 405 йәш музыкант белем алыуын дауам итәсәк. Улар фортепиано, флейта, скрипка, баян, аккордеон, балалайка, думбыра, гитара, ҡурай, ҡыл-ҡумыҙ, сакфсофон, кларнет, синтезатор, торба кеүек музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә.