+11 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

"Каникулда һөнәри йүнәлеш биреү мәктәптәре"

Рәсәйҙә "Каникулда һөнәри йүнәлеш биреү мәктәптәре" проекты тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда ла ошо программа буйынса V - XI синыф  уҡыусылары өсөн сменалар эшләй. Унда нисек эләгергә һуң?

"Каникулда һөнәри йүнәлеш биреү мәктәптәре"
"Каникулда һөнәри йүнәлеш биреү мәктәптәре"

Мәктәптәр үҫмерҙәр өсөн бушлай, йәғни федераль ҡаҙна иҫәбенә ойошторола. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, был йәйҙә 49 сменала 750 уҡыусы ҡатнаша аласаҡ. 

Каникул мәлендә ойошторолған мәктәптәрҙең ете көнлөк көндөҙгө йәки тәүлек әйләнәһенә эшләгәнен һайларға мөмкин. Проектта һәләтле балалар, уҡыуҙа насарыраҡ өлгәшкән уҡыусылар, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр, ауыр тормош шарттарында ҡалғандар һәм социаль яҡтан хәүефле шарттарҙа булғандар ҡатнаша ала. Программа республиканың төрлө төбәктәрендәге 10 колледж ярҙамында тормошҡа ашырыла. 

Смена алдынан ҡатнашыусы https://profrf.ru/kanikulyarnye-proforientatsionnye-shkoly/professionalnoe-testirovanie порталында тест һорауҙарына яуап бирергә тейеш. Шул рәүешле уның ниндәй һөнәргә ярашлы икәне билдәләнә. 

Көҙөн иһә ошо порталда 30 йүнәлеш буйынса уҡыусылар өсөн дистанцион курстар ойоштороласаҡ. 

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас в