+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

I синыфҡа ғаризалар ҡабул ителә

6 июлдә I синыфҡа ғаризалар ҡабул итеүҙең икенсе этап башлана.

I синыфҡа ғаризалар ҡабул ителә
I синыфҡа ғаризалар ҡабул ителә

Тәүгеһе 1 апрелдән башланып, 30 июнгә тиклем дауам иткәйне. 6 сентябргә тиклем барасаҡ был этапта балаңды уҡырға биреү тураһындағы ғаризаны үҙең йәшәмәгән район мәктәбенә бирергә мөмкин.

Республика һәм федераль кимәлдәге Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза биреү уңайлы. Бының өсөн атай йәки әсәйҙең паспорты, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы, пропискаһы тураһындағы белешмә кәрәк буласаҡ. 

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: