+11 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

«Етегән»дә үткән көндәр

Ошо көндәрҙә Мифтахетдин исемендәге БДПУ-ның Шишмә районындағы «Сәлих» социаль белем биреү үҙәге нигеҙенде «Етегән» республика полилингваль слёты үтте.

«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр

Һәләтле балаларҙы  үҫтереүгә ярҙам итеүгә, лингвомәҙәни компетенцияны булдырыуға, әсә телен, сит телдәрҙе, Башҡортостан Республикаһының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә йүнәлтелгән был сара өс көн дауам итте. Унда Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 12 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге олимпиада, тел бәйгеләре еңеүселәре, республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара фестивалдәр лауреаттары булған 60 бала ҡатнашты.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бай йөкмәткеле ял итеү һәм белем биреү программаһы әҙерләнгәйне. Өс көндөң өс телгә бағышланыуы менән дә үҙенсәлекле булды был слёт. Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәренә арналған сараларҙа уҡыусылар ихлас ҡатнашты.

Беренсе көндө командаларға берләшеү буйынса тренинг, финанс грамоталыҡ буйынса тест, ракета төҙөлөшөнә арналған оҫталыҡ дәресе, КВН формаһында ижади кисә үтте.

Икенсе көн Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Балалар фотоға төшөрөү серҙәрен үҙләштерҙе, балалар һәм йәштәр өсөн булдырылған гранттар менән танышты, башҡорт телен цифрлаштырыу тураһында әңгәмәләште. Халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы булған ҡурай уйнау буйынса дәрестәр алыу, «Башҡорттар» уйынын уйнау, «Бәйге»лә көс һынашыу барыһының да күңеленә хуш килде. Был көн башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙарының күңелле концерты менән тамамланды.

Слёттың һуңғы көнө инглиз теленә арнлады. Бында уҡыусылар Нигерия вәкиле менән осрашты, полилингваль мәктәп уҡытыусылары һәм педагогтары тарафынан әҙерләнгән инглиз теленә арналған квесты ла уңышлы үттеләр.

Телдәр донъяһына әйҙәгән, илһөйәр, телһәйәр балаларҙы бергә йыйыған, таныштырған, дуҫлаштырған был слёт күңелле нотала тамамланды. Уны ябыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов та ҡатнашты.

-Бөгөнгө көндә телдәр белеү – заман талабы. Шуға туған телде лә, иглиз телен дә төплө өйрәнегеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла уңыштар теләйем. Киләһе уҡыу йылында ла олимпиада, конкурстарҙа еңеүҙәр яулап,  слётта тағы ла осрашырға яҙһын, - тип теләне Илдус Фәнил улы.

«Етегән»дә үткән өс көн йәйге каникулдың бер иҫтәлеге булып, уҡыусыларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.

Юлиә КИРӘЕВА.

Фото:vk.com

«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр
«Етегән»дә үткән көндәр
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в