+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
15 Август 2022, 08:51

Бер төрлө мөмкинлектәр булдырыла

Яңы уҡыу йылы элеккеләренән күпкә айырылып торасаҡ. Республика педагогтарының быйылғы август кәңәшмәһе лә «Глобаль (геосәйәси) үҙгәрештәр сиктәрендә берҙәм биреү киңлеге» тип аталды.

Бер төрлө мөмкинлектәр булдырылаБер төрлө мөмкинлектәр булдырыла
Бер төрлө мөмкинлектәр булдырыла

12 августа Өфөләге «Торатау» конгресс-холында уҙған сарала мәғариф учреждениелары директорҙары, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары йыйылды. Ә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Мәғариф министрлығының һанлы трансформация һәм ҙур мәғлүмәттәр департаменты директоры Андрей Горобец, Луганск Халыҡ Республикаһының мәғариф һәм фән министры Иван Кусов.  

Кәңәшмәнең тәүге өлөшөндә ете майҙансыҡ эшләне. Уларҙың береһе уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә арналған ине. Шулай уҡ мәғариф учреждениеларында берҙәм белем биреү киңлеген ойоштороу, һөнәри белем биреү системаһын, остазлыҡ институтын үҫтереү мәсьәләләре өйрәнелде.

Ниндәй үҙгәрештәр буласаҡ һуң яңы уҡыу йылында? 1 сентябрҙән һәр уҡыу аҙнаһы бөтә белем усаҡтарында ла Рәсәй һәм Башҡортостан флагын күтәреү тантанаһы менән башланасаҡ. Шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары ла яңғыраясаҡ. Был патриотик акция балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Педагогтарҙың август кәңәшмәһендә Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцовтың видеомөрәжәғәте лә тәҡдим ителде. Федераль етәксе белдереүенсә, 5 сентябрҙә барлыҡ мәктәптәрҙә «Мөһим темаға һөйләшеү» тигән тәүге синыф сәғәте үткәреләсәк. Аҙна һайын уҙасаҡ был дәрестәр илдәге яңылыҡтарға, тарихҡа, тәрбиә мәсьәләләренә арналасаҡ. Яңы мәғариф стандарттарына ярашлы, мәктәптә тарихты өйрәнеүгә айырым иғтибар бүленәсәк. Дәрестәрҙә беренселәргә лә ғаилә, тыуған ер, тыуған ил тарихы тураһында мәғлүмәт бирелергә тейеш. Ә тарих фәне элеккесә V синыфтан ғына өйрәнелә башлаясаҡ.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, “Навигатор детства 2.0» проекты буйынса быйыл илдең барлыҡ мәктәптәрендә лә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе вазифаһын булдырғандар. Беҙҙең республикала 1 мең 900 педагог ошо вазифаға һайлап алынған һәм улар балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү йүнәлешендә эшләйәсәк, йәш быуындың  йәмәғәт ойошмаларында, проекттарында ҡатнашыуын координациялаясаҡ. Башҡортостанда Шайморатовсылар синыфтары артасаҡ. 11 октябрҙә Совет майҙанында Рәсәй геройы Шайморатов генерал һәйкәлен асыу тантанаһында 82 синыф уҡыусылары  Шаймортатовсылар сафына алынасаҡ.

Әйткәндәй, илебеҙҙә балалар һәм йәштәр хәрәкәте тергеҙелә. 2023 йыл Педагог һәм остаз йылы тип билдәләнде. Мәктәптәрҙе төҙөкләндереү буйынса ҙур эш алып барыла. Республиканың 63 белем усағында уҡыу яңыртылған биналарҙа башланасаҡ. Ә февралгә тағы 17 мәктәптә капиталь ремонт эштәре тамамланасаҡ. 2026 йылға тиклем республиканың 365 белем усағын төҙөкләндереү буйынса федераль программаға индереү планлаштырыла. Ошо йүнәлештә федераль ҡаҙнанан  9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Эйе, йәш быуын өсөн һәйбәт шарттар,  берҙәм мәғариф киңлеге булдырыла. Йәғни илебеҙҙә баланың ҡайҙа – ауылдамы, ҡалаламы – йәшәүенә ҡарамаҫтан, сифатлы белем һәм тәрбиә  алыу өсөн бер төрлө мөмкинлектәр тыуҙырыла. Уҡыусыларға тырышып уҡыуҙарын, илһөйәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ.

Фото: glavarb.ru.

Бер төрлө мөмкинлектәр булдырыла
Бер төрлө мөмкинлектәр булдырыла
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас