+20 °С
Дождь
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
15 Августа 2022, 09:15

Гимназия Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк

Ауырғазы районындағы Талбазы башҡорт гимназияһына талантлы шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаров исеме бирелә. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов белдерҙе. 

Гимназия Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәкГимназия Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк
Гимназия Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы республика алдында махсус ҡаҙаныштары һәм хеҙмәттәре булған шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса комиссия ошо турала ҡарар ҡабул иткән. Башҡорт гимназияһына шағир исемен биреүҙе юллауҙы ойошторған Рөстәм Ишмөхәмәтов мәсьәләнең быйылғы Мәҙәни мираҫ йылында ыңғай хәл ителеүен ҡыуаныслы ваҡиға тип билдәләй. Шулай итеп, Талбазы башҡорт гимназияһы Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк!

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас