

Сарала Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларынан, Бөрө, Баҡалы, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Саҡмағош һәм Яңауыл райондарынан уҡытыусылар ҡатнаша. Конкурсанттарҙың эшен Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәренән торған абруйлы жюри ағзалары һәм «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» еңеүселәре һәм финалсылары баһалаясаҡ.
Марафондың дүртенсе зона майҙансығы – Ҡариҙел, бишенсеһе Бәләбәй районында ойоштороласаҡ. Ә биш еңеүсе команданың финал ярышы 2023 йылдың февралендә уҙғарыласаҡ.
Сығанаҡ: bashgazet.ru
Фото: bashinform.ru