

Өфө дәүләт авиация университетына бер урынға 18 абитуриент дәғүә иткән икән. Ә Өфө дәүләт нефть-техник университетына һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына - 13-әр кеше.
Башҡортостанда 2022 йылда ҡаҙна урындарына уҡырға алынған абитуриенттарҙың Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса уртаса балы - 64-75.
Ҡабул итеү кампанияһы буйынса тулы мәғлүмәт ноябрҙә генә билдәле буласаҡ.
Фото: yandex.ru.