+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
21 Августа 2022, 17:35

Еңеүселәр билдәле

Республикабыҙҙа йыл һайын иң яҡшы 25 башҡорт теле һәм әҙәбиәте,  25 урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы тапшырыла. Быйыл уға кемдәр лайыҡ булды һуң?

Еңеүселәр билдәлеЕңеүселәр билдәле
Еңеүселәр билдәле

Конкурс һөҙөмтәләре билдәле. Был турала Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә хәбәр итте. Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Ишембайҙан Фаягөл Әмирханова, Белореттан Гөлсөм Йылҡыбаева, Ағиҙелдән Гөлфиә Динисламова, Өфөнән Альбина Кайбышева, Мирас Ишдәүләтов, Фәнгизә Нафиҡова, Ейәнсуранан Клара Дәүләтбаева һәм башҡалар бар.  

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас