+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
29 Август 2022, 11:21

Маҡан мәктәбе лә яңыртылған

Быйыл мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа сиктәрендә Башҡортостандың 63 белем усағы төҙөкләндерелһә, киләһе йылда тағы ла күберәк – 134 мәктәп яңыртыласаҡ.

Маҡан мәктәбе лә яңыртылғанМаҡан мәктәбе лә яңыртылған
Маҡан мәктәбе лә яңыртылған

2026 йылға был һан 365-кә етәсәк. Хәйбулла районының Маҡан мәктәбе лә ошо программа буйынса төҙөкләндерелгән. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 40 миллион һум аҡса бүленгән. 1961 йылда төҙөлөп, шунан бирле ремонт күрмәгән белем усағы. Яңыртылған, йыһазландырылған мәктәптә уҡыусыларға уҡыуы ла күңеллерәк буласаҡ, әлбиттә.

Фото: bashinform.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас