

Бәләкәйерәктәр технология донъяһына тәүге аҙымдарын яһап, командала эшләргә өйрәнһә, өлкән синыфтар портфолиоларын ҡаҙаныштар менән тулыландырыу, юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк менән файҙаланыу мөмкинлектәрен ала, төрлө һөнәрҙәр менән таныша. Әле олимпиадаға теркәлеү башланған.
https://my.ntcontest.ru сайтында теркәлергә кәрәк. Унда олимпиада тураһында тулы мәғлүмәт бирелгән. Дуҫтарығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырығыҙ. Быйылғы уҡыу йылында технологияның 39 төрө буйынса ярыштар үтәсәк. Уңыштар теләйбеҙ!
Фото:avroracenter.