+17 °С
Дождь
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
1 Сентября 2022, 07:29

"Белем" мәғрифәтселек марафоны бара

Рәсәйҙең "Белем" йәмғиәте ойошторған мәғрифәтселек марафоны дауам итә. 31 августан 2 сентябргә тиклем барған сарала белемгә ынтылыусылар 200-ләп оҫта лекторҙың - ғалимдарҙың, дәүләт эшмәкәрҙәренең, бизнес өлкәһендәге лидерҙарҙың, медиаиндустрия белгестәренең сығыштарын ҡарау мөмкинлегенә эйә.

"Белем" мәғрифәтселек марафоны бара"Белем" мәғрифәтселек марафоны бара
"Белем" мәғрифәтселек марафоны бара

Башҡортостандың 182 мәғариф ойошмаһында һәм мәҙәниәт учреждениеларында марафондың трансляцияһын ҡарарға була. Өфөләге "Планета" сауҙа үҙәгенең үҙәк галереяһында республика трансляция майҙансығы урынлашҡан. 

Дуҫтар, "Белем" йәмғиәте ойошторған марафондың сайтына инеп, программаһы менән танышығыҙ, ниндәй темаларға лекциялар, викторина, сығыштар, һөйләшеүҙәр планлаштырылғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ: https://marathon.znanierussia.ru/. Шулай уҡ "Белем" йәмғиәтенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә лә https://vk.com/znanierussia спикерҙарҙың сығыштарын ҡарарға мөмкин.

Фото: holzori.ru.

 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас