+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
3 Сентябрь 2022, 05:05

Башҡортостанда - тәүге аграр мәктәп

Стәрлетамаҡ районы Николаевка мәктәбе нигеҙендә тәүге аграр мәктәп асылды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов белдереүенсә, бөгөн ауыл хужалығы тармағында белгестәр етешмәй.

Башҡортостанда - тәүге аграр мәктәпБашҡортостанда - тәүге аграр мәктәп
Башҡортостанда - тәүге аграр мәктәп

Ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүҙе яйға һалыр­ға, мәктәп эскәмйәһенән үк уҡыусыларҙа был һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр­ға кәрәк.

Тәүге аграр мәктәп ауыл хужалығы, мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Калинин исемендәге ауыл хужалығы компанияһы ярҙамында асылды.

Әйткәндәй, Рәсәйҙә «Агросиныфтар» тигән проект тормошҡа ашырыла. Беҙҙең республика ла уға әүҙем ҡушылған. Яңы асылған белем усағы ошо проекттың терәк үҙәге буласаҡ та инде. Бында балалар ботаника, экология, зоология фәндәрен тәрәнәйтеп өйрәнәсәк. Малсылыҡ, механизация, агротехнология йүнәлештәре буйынса ла белем аласаҡтар.

Фото: yandex.ru.

Башҡортостанда - тәүге аграр мәктәп
Башҡортостанда - тәүге аграр мәктәп
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас