

Шулай уҡ бөгөн барлыҡ мәктәптәрҙә "Мөһим темаға һөйләшеү" тигән тигән тәүге синыф сәғәте үткәрелде. Был дәрестәр Рәсәй тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Башланғыс синыфтарҙа Белем көнөнә арналған тема тәҡдим ителһә, өлкәнерәк йәштәге уҡыусыларҙы "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" платформаһы, халыҡ-ара олимпиадалар менән таныштырҙылар.
Аҙна һайын, йәғни барлығы 34 дәрес үткәреү планлаштырылған. Улар экологияға, төбәктә булған мөһим ваҡиғаларға арналасаҡ. Синыф сәғәттәрен уҡыусылар менән әңгәмә рәүешендә үткәрергә тәҡдим ителә. Квест, викториналар ҙа буласаҡ.
Фото: yandex.ru.