+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
8 Сентября 2022, 07:22

Мирас Ишдәүләтовҡа тауыш бирәйек!

Быйыл илдә беренсе тапҡыр "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" конкурсы үтә. Уны Рәсәй Мәғариф министрлығы ойоштора. Башҡортостандан "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2022" конкурсы еңеүсеһе, Өфөләге 107-се лицей уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов ҡатнаша. Әле конкурсанттарҙың медиавизиткалары (үҙең менән таныштырыу) өсөн тауыш биреү бара, беҙ ҙә яҡташыбыҙға тауыш бирәйек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мирас Ишдәүләтовҡа тауыш бирәйек!Мирас Ишдәүләтовҡа тауыш бирәйек!
Мирас Ишдәүләтовҡа тауыш бирәйек!

Конкурстың рәсми сайтында 69 ҡатнашыусының визиткаһын ҡарарға мөмкин: https://teacher.natlang.ru/. Шунан сараның "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә инеп - https://vk.com/teacher_natlang, тауыш бирергә кәрәк.

Талантлы яҡташ уҡытыусыбыҙ Мирас Ишдәүләтовҡа әлеге ваҡытҡа 1 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Тағы ла әүҙемерәк булайыҡ!  

Тауыш биреү 16 сентябрь төнгө сәғәт 12-гә тиклем барасаҡ.

"Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" конкурсының I һәм II турҙары Ставрополь крайында 11 - 20 сентябрҙә  уҙасаҡ. 

Фото: https://yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас