+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
8 Сентября 2022, 06:21

Йәш натуралистар хәрәкәтенә иғтибар арта

Бөтә Рәсәй йәштәр экология форумында Президент Владимир Путинға йәш натуралистар хәрәкәтен тергеҙеү тураһында тәҡдим индерҙеләр. 

Йәш натуралистар хәрәкәтенә иғтибар артаЙәш натуралистар хәрәкәтенә иғтибар арта
Йәш натуралистар хәрәкәтенә иғтибар арта

Илебеҙҙә тәүге экология-биология үҙәге 1918 йылдың 15 июнендә ойошторолған. Үткән быуаттың 70-се йылдарында ҡала һәм ауылдарҙа 500 тирәһе йәш натуралистар станцияһы эшләй. Әммә үҙгәртеп ҡороу заманында был матур мәғариф проекты ла һынылыш кисерҙе. Шулай ҙа тәбиғәт һөйөүсе уҡыусыларҙы берләштергән учреждение Республика балалар экология-биология үҙәге тип үҙгәртелеп, тәрбиә эшен дауам итте. Әле беҙҙә 21 йәш натуралистар станцияһы эшләй. Йәш экологтар йыл һайын төрлө конкурстарҙа ҡатнаша,  слеттар үткәрелә. Киләсәктә йәш нартуралистар станциялары һаны тағы ла артыр, тигән ышаныс бар. Сөнки Путин был балалар һәм йәштәр хәрәкәтен тергеҙеү идеяһын хупланы. Рәсәй хөкүмәтендә һәм төбәк етәкселәре менән ошо турала һөйләшергә вәғәҙә итте.

Фотола Белорет ҡалаһы йәш натуралистар станцияһы тәрбиәләнеүселәрен күрәһегеҙ.

Фото:vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас