

25 сентябргә тиклем олимпиада сайтында - https://olimp.edsoo.ru/ теркәлеп, эштәрҙе үтәп ҡарарға мөмкин. 26 - 30 сентябрҙә һайлап алыу туры була. 11 - 14 октябрҙә олимпиаданың төп этабы үтәсәк. Йомғаҡлау этабы 8 - 10 ноябрҙә Мәскәүҙә була. 1 декабрҙә еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы иғлан итәсәктәр.
Яһалма интеллект буйынса олимпиада былтыр беренсе тапҡыр үткәрелгән. Уның һайлап алыу турында 5 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан.
Фото: yandex.ru.