

Унда Башҡортостандан, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡурған, Пермь яҡтарынан, Татарстандан педагогтар ҡатнаша. Федераль эксперттар сығыш яһаясаҡ.
Форумдың төп маҡсаттарының береһе туған тел уҡытыусыларының абруйын арттырыу, тиһәк тә хата булмаҫ. Белеүебеҙсә, 2023 йыл илебеҙҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Икенсенән, быйылдан мәктәптәрҙә патриотик тәрбиә биреү мәсьәләһе алға ҡуйылды. Ә илһөйәрлек туған телде белеүҙән башлана бит. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың "Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ" тигән юлдарын иҫкә төшөрәйек әле.
Форумда полилингваль белем биреү мәсьәләһе лә ҡараласаҡ. Әле беҙҙең республикала 4 полилингваль мәктәп бар. Уларҙың һанын 12-гә еткереү планлаштырыла.
Уҡытыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу ҙа көтә.
Фото: yandex.ru.