

Тәүгеһендә командалар ҡатнашыу өсөн ғариза бирә һәм үҙҙәре менән таныштырыу видеоһы баһаланасаҡ. Икенсе этапҡа һайлап алынған иң яҡшы командалар "Авангард" хәрби-патриотик тәрбиә биреү үҙәгендә хәрби-спорт уйындарында ярышасаҡ. Ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт атлы кавалерияһы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһы буйынса белемдәре лә тикшереләсәк.
һөҙөмтәләр буйынса еңеүсе командаға Рәсәй Геройы, генерал-майор Шайморатов исемендәге күсмә кубок тапшырыласаҡ. Иң шәп 20 шайморатовсы синыфын билдәләп, мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән бүләкләйәсәктәр. Ә иң мөһиме, был командалар 2022 йылдың 11 октябрендә Өфөнөң Совет майҙанына шайморатовсылар сафына алыу тантанаһына саҡырыласаҡ. Билдәле булыуынса, данлыҡлы генерал Шайморатовҡа һәйкәл дә шул көндә асыласаҡ.
Фото: vk.com.