

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт Палатаһының комиссия рәйесе Марина Таран "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге тәрбиәләнеүселәре өсөн һөнәр һайлау буйынса әңгәмә ойошторҙо.
Йәмәғәт Палатаһының матбуғат сәркәтибе Ләйсән Гаррапова матбуғат сәркәтиптәре, журналистар, SMM һәм PR өлкәһендәге белгестәр эше, был һөнәрҙәрҙең ыңғай, кире яҡтары, нисек танылыу яулау тураһында һөйләне. Был йүнәлештә ҡайҙа белем алырға, бөгөндән нисек әҙерләнә башлау тураһында кәңәштәрен әйтте. Уҡыусыларға ижади эш, камера алдында һөйләп ҡарау мөмкинлеге лә бирелде. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Фото: op.bashkortostan.ru