

"Мәғариф" милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында һалынған белем усағы республикалағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһе буласаҡ. Дөйөм майҙаны 18,3 мең квадрат метр булған дүрт ҡатлы бинала уҡыу бүлмәләре, кабинеттарҙан тыш, тамаша залы, ике спорт залы, ашхана бар.
Заманса яңы белем усағы биләмәһендә кескәйҙәр өсөн уйын майҙансығы, тренажёрҙар ҡуйылған спорт биләмәһе лә буласаҡ.
Үткән аҙнала эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш барышы менән танышып, төҙөүселәрҙең эше менән ҡәнәғәт булып ҡайтты.
Фото:https://glavarb.ru.