

Йыл һайын был бәйгелә 6 миллион 500 мең уҡыусы белемен һынап ҡарай. Бөтә Рәсәй олимпиадаһы 24 фән буйынса үтә. Мәктәп этабында һәйбәт уңыштарға өлгәшкәндәр муниципаль этапҡа саҡырыла. Артабан - төбәк этабы. Иң-иңдәр ил кимәлендә ярыша. Еңеүсе һәм призёр дипломдары 4 йыл ғәмәлдә була, улар буйынса Рәсәйҙәге теләгән юғары уҡыу йортона олимпиада йүнәлешенә тура килгән фәндән имтихан бирмәйенсә уҡырға инергә мөмкин.
Ә һеҙ ниндәй олимпиадаларҙа ҡатнашаһығыҙ, уҡыусылар? Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, белемеңдең кимәлен билдәләп булмай, шулай бит?!
Фото:https://yandex.ru.