

"Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты буйынса республикабыҙҙың бәләкәй ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре булдырыла. Уҡыусылар заманса технологиялар менән эш итергә өйрәнә. 2022 йылда яңы уҡыу йылына 216 мәктәптә "Үҫеш нөктәһе" асылды.Улар физика, химия, биология буйынса лаборатор эштәр һәм тәжрибәләр өсөн ҡорамалдар, һанлы микроскоптар, ноутбуктар менән тәьмин ителгән.
Дүрт йыл эсендә республиканың 598 мәктәбе базаһында теүәл һәм гуманитар фәндәр йүнәлешендә һанлы үҙәктәр асылған. Улар, әлбиттә, уҡыусыларҙы үҙенә саҡырып тора. Заманса компьютерҙар, 3D принтерҙар, квадрокоптерҙар һәм башҡалар менән эшләү кемгә оҡшамаһын?!
Фото: yandex.ru.