

Мәскәү ваҡыты менән 9.30 сәғәттә башланған дәрес финанс баҙары тураһында буласаҡ. Трансляцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала.
20 тема буйынса үтәсәк дәрестәр 45-әр минут барасаҡ. Улар күберәк VIII - XI синыфтарҙа һәм колледждарҙа уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Банк картаһын нисек хәүефһеҙ ҡулланырға, мутлашыусыларға нисек ҡаршы торорға, кредит алғас, нисек бирәсәккә батмаҫҡа, кредит биреүсе банктың ышаныслы икәнен нисек билдәләргә, нисек банк картаһы менән магазиндан аҙыҡ-түлек өсөн түләп, килем алырға - темалар бик күп. Хәҙерге заманда финанс өлкәһендә белемле булыу - көнүҙәк мәсьәлә.
Онлайн дәрестәр сайты - https://dni-fg.ru/
Фото: https://irorb.ru/.