+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
27 Сентября 2022, 10:45

Берҙәм программа буйынса уҡыясаҡтар

Рәсәй мәктәптәрендә берҙәм белем биреү программалары индереләсәк. 

Берҙәм программа буйынса уҡыясаҡтарБерҙәм программа буйынса уҡыясаҡтар
Берҙәм программа буйынса уҡыясаҡтар

Президент Владимир Путин ошо туралағы ҡанунға ҡул ҡуйған. 

Программалар 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем раҫланырға тейеш. Ә мәктәптәр киләһе йылдың 1 сентябренән улар буйынса эшләй башлаясаҡ. Урыҫ теле, урыҫ әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү, тарих, география, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәндәре буйынса федераль эш программалары мотлаҡ буласаҡ. Ә башланғыс синыфтарҙа иһә - урыҫ теле, әҙәби уҡыу, тирә-яғыбыҙҙағы донъя. 

Ҡанун һәр балаға сифатлы белем алыу мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, бер мәктәптән икенсеһенә күскәндә лә йәки икенсе өлкәгә күсеп китергә тура килһә, уҡыусы шул уҡ белем биреү программаһы буйынса уҡыуын дауам итәсәк. 

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас