+14 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
4 Октября 2022, 09:57

Мәктәптәрҙә - Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре

Үткән уҡыу йылында Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен көҙгә ҡалдырғайнылар. Бына әле 19 сентябрҙән 24 октябргә тиклем илебеҙ мәктәптәрендә V-IX синыф уҡыусылары ВПР яҙа.

Мәктәптәрҙә - Бөтә Рәсәй тикшереү эштәреМәктәптәрҙә - Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре
Мәктәптәрҙә - Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре

Бөтәһе 38 мең белем усағынан 7,5 миллион уҡыусы ҡатнаша. Урыҫ теле һәм математиканан тикшереү эштәре һәр уҡыусы өсөн мотлаҡ һанала. Кемдәр ВПР-7ы яҙ көнө ВПР-ҙы үткәреп өлгәргән, улар яңынан яҙмаясаҡ. 

Күпселек предметтарҙан тикшереү эше өсөн 45 минут ваҡыт бирелә. VI-IX синыфтарҙа - математика менән урыҫ теленән, IX синыфта химиянан  күберәк ваҡыт тәҡдим ителә.

ВПР-ҙы үткән уҡыу йылы материалдары буйынса яҙалар. Һөҙөмтәләр буйынса һәр кем үҙенең белем кимәлен билдәләйәсәк, ҡайһы теманы үҙләштермәгәнен асыҡлаясаҡ. Уҡытыусылар ҙа һығымта яһаясаҡ. 

 Көндәлектәргә баһалар ҙа ҡуйыласаҡ, тиҙәр.

Фото: yandex.ru.

Мәктәптәрҙә - Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре
Мәктәптәрҙә - Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас