+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
5 Октября 2022, 05:55

Ҡотлайбыҙ, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы!

 Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһында «Иң яҡшы башҡорт һәм урыҫ телдәре уҡытыусылары» конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте.

Ҡотлайбыҙ, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы!Ҡотлайбыҙ, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы!

 "Иң яҡшы башҡорт һәм урыҫ телдәре уҡытыусылары" республика конкурсында еңеүсе 50 уҡытыусыға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премиялары тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре уҡытыусыларына Хөкүмәт премиялары 2007 йылдан башлап бирелә. Йыл һайын уға 25 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, 25 урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы лайыҡ була.

Ошо уҡытыусылар араһында гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Өфөләге Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡованың да булыуы бик шатлыҡлы күренеш. Беҙ ҙә ҡушылабыҙ ҡотлауҙарға, һеҙгә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото:  vk.com

Ҡотлайбыҙ, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас