+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
5 Октября 2022, 08:18

Уҡыусыларҙы программалаштырыу буйынса уҡыталар

Илдә "Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады" милли проекты буйынса "Киләсәк коды" тигән дәүләт проекты тормошҡа ашырыла. Ул VIII-XI  синыф уҡыусыларын программалаштырыу серҙәренә өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Кемдәр программист булырға теләй, рәхим итегеҙ. Ике йыл бушлай уҡыталар.

Уҡыусыларҙы программалаштырыу буйынса уҡыталарУҡыусыларҙы программалаштырыу буйынса уҡыталар
Уҡыусыларҙы программалаштырыу буйынса уҡыталар

2022 йылда онлайн һәм оффлайн форматтарҙа белем алыуға 100 мең уҡыусы ҡушыласаҡ. Мәғлүмәт технологиялары ҡыҙыҡһындырһа, һеҙ ҙә үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, сөнки https://www.gosuslugi.ru/futurecode порталында ғариза яҙғандан һуң һынау үтәсәкһегеҙ, уның һөҙөмтәһе буйынса уҡырға алалар. 

Курс 144 академик сәғәттән тора. Уҡыу 24 октябрҙә башланып, 2023 йылдың 1 ноябренә тамамланасаҡ. 

Оффлайн уҡыу майҙансыҡтары тураһында  ла ошо һылтанма аша үтеп белергә мөмкин: https://www.gosuslugi.ru/futurecode. 

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас