

Улар - Өфө, Күмертау, Нефтекама ҡалаларында. Рәсәйҙең 23 төбәгендә 96 ошондай синыф эшләй башлаған. Был турала мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
"Мәктәп-вуз-предприятие" программаһы буйынса маҡсатҡа ярашлы белем биреү ойошторолған, физика, математика, информатика тәрәнәйтеп өйрәнелә. Практика ла ҡаралған.
Республикала Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө дәүләт авиация-техник университеты, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе араһында өс яҡлы килешеү төҙөлгән. "Авиатөҙөлөш" йүнәлеше буйынса белем алған уҡыусылар артабан юғары уҡыу йортонда уҡып, алған һөнәре буйынса эшкә урынлашасаҡ.
Йүнәлешле синыфтар илебеҙҙә тормошҡа ашырылған "Мәғариф" милли проекты буйынса асыла.
Фото: yandex.