+11 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
12 Октября 2022, 07:54

Мәктәптәр автобуслы булды

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин республиканың 15 районы мәктәптәре вәкилдәренә яңы автобус асҡыстары тапшырҙы. 18 урынға иҫәпләнгән "ГАЗ" маркалы автобустар бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. 

Мәктәптәр автобуслы булдыМәктәптәр автобуслы булды
Мәктәптәр автобуслы булды

Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Бүздәк, Белорет, Благовещен, Бөрйән, Ғафури, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Нуриман, Туймазы, Әлшәй райондары мәктәптәре яңы транспорт менән тулыланды.

Әйткәндәй, әле республикабыҙҙа 1 мең 465 мәктәп автобусы иҫәпләнә. Улар 50 меңдән ашыу баланы 872 маршрут буйынса йөрөтә. Хәйерле юлдар теләйбеҙ!

Фото: bashinform.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас