+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
31 Октябрь 2022, 08:00

Географиянан белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ

30 октябрҙә республика халҡы "География диктанты" халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһында ҡатнашты. Быйыл Башҡортостанда 906 майҙансыҡта белемеңде тикшереп ҡарау мөмкин ине.

Географиянан белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙГеографиянан белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ
Географиянан белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ

Ә был - ил буйынса иң күбе. Артабан Краснодар крайы һәм Татарстан килә. Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үҙәк майҙансыҡ булып торҙо. Диктант яҙырға килеүселәрҙе ректор, Урыҫ география йәмғиәтенең республика буйынса рәйесе Салауат Сәғитов сәләмләне. 

Диктант яҙыусылар һөҙөмтәләрен 30 ноябрҙән һуң беләсәк. 

 dictant.rgo.ru сайтында географиянан белемеңде онлайн форматта тикшереп ҡарау мөмкинлеге лә бар. 10 ноябрь 14.00 сәғәткә тиклем тест һорауҙарына яуап бирергә була. 45 минут ваҡыт бирелә. Һөҙөмтәне шунда уҡ күрә аласаҡһығыҙ, оҡшамаһа, яңынан яуап бирергә мөмкин. Тик шуныһына иғтибар итегеҙ: онлайн ҡатнашҡан өсөн танытма биреү ҡаралмаған.

Фото: www.rgo.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас