+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
1 Ноября 2022, 09:00

Салауат гимназистарына – заманса белем биреү үҙәктәре

Салауат ҡалаһы гимназияларында “Мәғариф” милли проект буйынса заманса белем биреү үҙәктәре асылды.

1-се гимназияла “Кванториум” балалар технопаркы булдырылһа, 25-се башҡорт гимназияһында “IT-Куб” цифрлы белем биреү үҙәге эшләйәсәк.

“Кванториум” уҡыусыларға тәбиғи-ғилми, математиканы тәрәнәйтеп өйрәнеү, ижади фекерләүҙе күтәреү, технологик йүнәлештәрҙе үҙләштереү өсөн уңайлы булһа, ә “IT-куб” үҙәгендә программалау нескәлектәрен, виртуаль ысынбарлыҡ нигеҙҙәрен һәм роботтарҙы программаларға өйрәнәсәктәр. Уҡытыу алты йүнәлештә буласаҡ. Бик  хуп!

 Сығанаҡ һәм фото: Салауат ҡалаһы хакимиәтенән.

Салауат гимназистарына – заманса белем биреү үҙәктәре
Салауат гимназистарына – заманса белем биреү үҙәктәре
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас