

Был республика олимпиадаһында V, VI, VII синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Еңеүселәр һәм призлы урындарға лайыҡ булыусылар ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ. Ә бөтә ҡатнашыусыларға сертификат бирелә.
Ҡатнашыу өсөн 7 - 12 ноябрҙә https://matlet.rilirb.ru// сайтында теркәлеү үтергә кәрәк. 13 ноябрҙә иртәнге 8-ҙән кисе 8-гә тиклем үҙеңә уңайлы ваҡытта бирелгән миҫал-мәсьәләләрҙе сисергә. 15 ноябрҙә һөҙөмтәләр билдәле була. Йомғаҡлау этабына саҡырыу шәхси кабинетыңа киләсәк. Икенсе этап 5 декабрҙә була.
Фото: vk.com