

Финалға үткән командалар 1-се лицейҙа һәм 2-се республика полилингваль күп йүнәлешле "Смарт" гимназияһында квест-практикумда һынау тотто.
Мәктәптәрҙә дөрөҫ туҡланыу мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли конференция ла үтте. "Торатау" конгресс-холында фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне. Ә пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров конкурста ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм лауреаттарҙы ҡотланы. Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцовтың видеосәләмләүе лә тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһынан суперфиналға өс мәктәп ашханаһы сыҡты: "Миллионлы ҡаланың иң яҡшы ашханаһы" номинацияһында - Өфөләге 161-се лицей, "Иң яҡшы ауыл мәктәбе ашханаһы" номинацияһында - Бүздәк ауылындағы 2-се һәм Иглиндағы 1-се мәктәптәр.
"Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы" номинацияһында Өфөләге 87-се мәктәптән Татьяна Екимова I урын алды.
Суперфинал Мәскәүҙә үтәсәк.
Фото: vk.com.