+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
30 Ноябрь 2022, 13:37

Башҡортостандан да еңеүселәр бар

Тырышҡан  ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Бөгөн уҡыусылар араһында ниндәй генә конкурстар үткәрелмәй! Хатта әллә ҡайҙа барырға ла кәрәкмәй. Белдереү күрҙең, алдыңа маҡсат ҡуйҙың, бәйгелә ҡатнаштың, ебәрҙең, бәлки, еңеүсе лә булырһың. Барыһы ла тырышлығыңдан, эшкә етди, ижади ҡарауыңдан тора. 

Башҡортостандан да еңеүселәр бар
Башҡортостандан да еңеүселәр бар

"Рәсәй - мөмкинлектәр иле" Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы быйыл беренсе тапҡыр үткәрелде һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Балаларҙан 15 меңдән ашыу инша килгән. Еңеүселәр араһында Башҡортостан уҡыусылары ла бар: Илвина Ғарипова, Лиана Рәхмәтуллина, Анжелика Мухина, Марина Артемьева, Гөлсәсәк Хәсәнова, Лиә Сәләхова (https://xn--d1axz.xn--p1ai/news/10826). 

Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар буласаҡ. 12 йәштән өлкәнерәк балаларға "Артек"ка юллама ла бүләк итәсәктәр. 

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: