+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
8 Декабрь 2022, 10:29

Ун беренселәр инша яҙҙы

7 декабрҙә Рәсәйҙең сығарылыш синыфы уҡыусылары йомғаҡлау иншаһын (изложение) яҙҙы. 

Был көндө Башҡортостанда 15 меңдән ашыу ҡыҙ һәм егет һынау тотто. Йомғаҡлау иншаһы өсөн "зачёт" алыу Берҙәм дәүләт имтиханына инеү өсөн шарт булып тора. Кемдәр был юлы тапшыра алмаған йәки документ менән раҫланған сәбәп арҡаһында  килә алмаған, иншаны 1 февралдә һәм 3 майҙа яҙа аласаҡ. 

Әйткәндәй, быйыл һынауҙа яңылыҡ бар. Инша темалары 15 минут алдан ғына билдәле булды. 6 тема тәҡдим ителде, улар уҙған йылдарҙа яҙылған 1 мең 500 инша тупланған ябыҡ банктан алына. 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: