+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
9 Декабрь 2022, 16:10

60 синыф карантинға ябылған

Бөгөн Башҡортостанда 60 синыф карантинға ябылған. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Министр грипп һәм киҫкен респиратор инфекцияларына бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарлашҡан осраҡта мәктәптәр санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға ярашлы эш итергә тейешлеген иҫкә төшөрҙө. 2694-се пунктҡа ярашлы, балаларҙың 20% һәм унан күберәге мәктәпкә килмәһә, белем биреү учреждениеһы етәксеһе уҡыу процесын туҡтатырға хоҡуҡлы.

«Закон буйынса мәктәптәр уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсерергә тейеш. Бындай ҡарарҙы мәктәп директоры ҡабул итә. Белем биреү ойошмаларына барлыҡ методик тәҡдимдәр еткерелгән», — тип хәбәр итте Айбулат Хажин.

 

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фотоphonoteka.org

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: