-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
16 Декабрь 2022, 14:40

2023 йылда Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандары ҡасан үтәсәк?

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 2023 йылда Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарын уҙғарыу ваҡытын иғлан итте.

2023 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осоро – 20 марттан 19 апрелгә, төп осор – 26 майҙан 1 июлгә, өҫтәмә осор – 6 сентябрҙән 19-ына тиклем.

26 майҙа төп осор география, әҙәбиәт һәм химия буйынса һынауҙар менән асыла. Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса БДИ, шулай уҡ сит телдәрҙән имтихандың «Аралашыу» бүлеге өсөн икешәр көн ҡаралған. Сит телдәр буйынса имтихандың «Аралашыу» бүлеген – 16 һәм 17 июндә, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса БДИ-ны 19 һәм 20 июндә үткәреү планлаштырыла.

Беренсе мотлаҡ фәнде, урыҫ телен, сығарылыш уҡыусылары 29 майҙа тапшыра. База һәм профиль кимәлендәге математика буйынса икенсе мотлаҡ имтихан бер көндә – 1 июндә була.

5 июндә – тарих һәм физика, 8 июндә – йәмғиәтте өйрәнеү, 13 июндә биология һәм сит телдәрҙән имтихан үткәрелә.

Туғыҙынсы синыфтар өсөн төп дәүләт имтиханын уҙғарыу ҙа өс осорға бүленгән: ваҡытынан алда (21 апрелдән 16 майға), төп (24 майҙан 1 июлгә) һәм өҫтәмә (4 сентябрҙән 23-өнә тиклем). 2023 йылда имтихандарҙың төп осоро 1 июлдә тамамлана.

Мәғариф һәм фән министры һүҙҙәренсә, Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн ғаризаны – 1 февралгә, ә төп дәүләт имтиханына 1 мартҡа тиклем бирергә мөмкин.

 

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: static.mk.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: