+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
16 Декабрь 2022, 15:45

Уҡытыусы һәм остаз йылы яҡынлаша

Илебеҙҙең мәғариф системаһында 1 миллион 300 мең педагог эшләй, уларҙың 1 миллион 100 меңе - уҡытыусылар.  

2023 йыл Рәсәйҙә ил Президенты Владимир Путин указы менән Уҡытыусы һәм педагог йылы тип билдәләнгәйне. Уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының тәүге ултырышы үткән. Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, Уҡытыусы һәм остаз йылы айҡанлы төрлө сараларға һәм ваҡиғаларға илдең бөтә педагогтары, балалар һәм ата-әсәләр - барлығы 80 миллион кеше йәлеп ителәсәк. Төп байрам Кремлдә Уҡытыусылар көнөндә үтәсәк. Константин Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы саралар, бөйөк педагогҡа арналған скульптура-архитектура ҡомартҡыһын асыу ҙа планлаштырыла. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: