+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
22 Декабрь 2022, 12:50

Мәктәптәргә – яңы автобустар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәре директорҙарына илебеҙҙә етештерелгән ГАЗ, ПАЗ һәм УАЗ маркалы 56 заманса мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы. 

 Бының өсөн өсөн федераль ҡаҙнанан 170 миллион 600 мең һум бүленгән. Киләһе йылдың ғинуар-мартында республика федераль ҡаҙна иҫәбенә тағы ла ГАЗ маркалы 45 автобус алырға тейеш.

Республика етәксеһе асҡыстарҙы тапшырғандан һуң автобустарҙы ҡараны. Уларҙың барыһы ла ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/ GPS, тахографтар менән йыһазландырылған.

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: