+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
24 Декабрь 2022, 12:20

Тарих дәресендә махсус хәрби операция тураһында өйрәнәсәктәр

Уҡыусылар тарих дәрестәрендә махсус хәрби операция тураһында блокты өйрәнәсәк.

Тарих дәресендә махсус хәрби операция тураһында өйрәнәсәктәр
Тарих дәресендә махсус хәрби операция тураһында өйрәнәсәктәр

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы раҫлаған белем биреү программаһына ОБЖ дәрестәрендә башланғыс хәрби әҙерлек һәм тарих дәрестәрендә махсус операцияны өйрәнеү индерелде. Бойороҡҡа мәғариф министры Сергей Кравцов ҡул ҡуйған. 2023 йылдың 1 сентябренән мәктәптәр яңы программаға күсә.

Документҡа ярашлы, өлкән класс уҡыусылары Украиналағы махсус операцияны «Рәсәй XXI быуатта: заман саҡырыуы һәм модернизациялау бурысы» темаһы сиктәрендә өйрәнәсәк.

Рәсәй мәктәптәрендә киләһе уҡыу йылынан башланғыс хәрби әҙерлек курсы индерелеүе хаҡында ноябрҙә үк билдәле булғайны. Курс ОБЖ буйынса яңы модулдәр сиктәрендә өлкән кластарҙа ла уҡытыласаҡ.

 

Сығанаҡ: vk.com

Фото: news.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: