+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
29 Декабрь 2022, 12:40

Акция йыл буйы барасаҡ

2023 - Педагог һәм остаз йылы етергә әҙ генә ваҡыт ҡалды. Ошо айҡанлы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы "Бәйләнештә" селтәрендә Бөтә Рәсәй акцияһын иғлан иткән. 

Акция йыл буйы барасаҡ
Акция йыл буйы барасаҡ

Унда һәр кем ҡатнаша ала. Теләгән темағыҙҙы һайлап, остаз йә педагогтың фотоһын йәки видео ҡуйып, уның тормошоғоҙҙа мөһим роль уйнауы тураһында тарих яҙырға кәрәк. #УчитьВдохновлятьРазвивать2023#ГодНаставника2023 и #ГодПедагога2023 хэштегтарын яҙырға онотмағыҙ.

Темалар: 

1."Педагог (остаз) - ул..."

2. Педагог (остазым) ярҙамында мин ниндәй уңышҡа өлгәштем".

3. "Мин нисек педагог (остаз) булып киттем".

Акция йыл буйы дауам итәсәк. Педагогтарға рәхмәттәрегеҙҙе әйтергә шәп мөмкинлек, шулай бит? 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: