+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
10 Ғинуар 2023, 17:08

Олимпиадалар башланды

10 ғинуарҙа уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы башланды.

Олимпиадалар башланды
Олимпиадалар башланды

Ул 22 февралгә тиклем дауам итәсәк. Был бәйге 24 фән буйынса үтә. Республика кимәлендәге олимпиадалар Өфө фән һәм технологиялар, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия, аграр, нефть техник университеттарында һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт интернат-гимназияларында, Өфө дәүләт нефть-техник университетының М.С.Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейында уҙасаҡ.

Ойоштороу комитеты рәйесе – Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин.

Фото интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: