+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
17 Ғинуар 2023, 11:20

Башҡорт теле уҡытыусылары ярыша

Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2023» һәм «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023» конкурстары башлана.

Башҡорт теле уҡытыусылары ярыша
Башҡорт теле уҡытыусылары ярыша

Тейешле ҡарарға Өфө ҡалаһы етәксеһе Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған. Указға ярашлы, конкурстар 19 ғинуарҙан 14 февралгә тиклем үткәрелә.

Иң яҡшы уҡытыусыларҙы ике этапта билдәләйҙәр, ҡала райондарында һайлап алыу турҙары ойошторола, финалистар иһә еңеүсе исеме өсөн дөйөм ҡала этабында көс һынаша.  «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусылар өсөн шундай номинациялар билдәләнгән: «Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Педагогик дебют» (35 йәшкә тиклемге йәш уҡытыусылар өсөн). Йәш башҡорт теле уҡытыусылары өсөн «Педагогик өмөт» номинацияһы булдырылған.

Коронавирустың таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә этаптар ҙа ситтән тороп уҙғарыла. Ҡатнашыусылар асыҡ дәрес һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә, синыфтан тыш саралар үткәрергә, низағлы хәлдәрҙән сығыу юлын табырға, ойоштороусыларҙың һорауҙарына яуап бирергә тейеш. Еңеүселәрҙе аҡсалата бүләктәр көтә.

Сығанаҡ: bash.bashinform.ru

Фото:vuzopedia.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: