+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
31 Ғинуар 2023, 14:25

Лиза Әғәҙуллинаның уҡыусылары

Олимпиада остаздары хәрәкәте ассоциацияһы биш йыл элек барлыҡҡа килгәйне.  

Лиза Әғәҙуллинаның уҡыусылары
Лиза Әғәҙуллинаның уҡыусылары

Был проект буйынса остаздар, йәғни педагогтар һәм студенттар, Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның остазлыҡ тәжрибәһен ҡулланып, уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләй. Лиза Ҡыям ҡыҙының уҡыусылары, уҡыусыларының уҡыусылары химия буйынса бик көслө икәнен беләбеҙ. Улар республиканың йәш химиктары араһында төрлө турнирҙар, олимпиадалар ойоштора. Каникул ваҡытында курстар үткәрәләр.

Ошо көндәрҙә Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы VII-VIII синыфтарҙан иң көслө химиктарҙы республика инженер интернат-лицейына йыйып, бәйге ойошторҙо. Тәүге көндә теоретик тур булһа, икенсеһендә химия лабораторияһында тәжрибәләр үткәрҙеләр.  Еңеүселәр һәм призёрҙар араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама, Салауат һәм башҡа тарафтарҙан уҡыусылар бар.

Олимпиада остаздары хәрәкәте ассоциацияһы ( https://anodrb.ru/) тәрбиәләнеүселәре биш йыл эсендә Бөтә Рәсәй олимпиадаһында йөҙҙән ашыу диплом яулаған. Әйткәндәй, остаздар үҙҙәре лә ҡасандыр йәш химиктарҙың ил буйынса бәйгеләрендә еңеүсе булған, ә хәҙер үҙҙәре еңеүселәр әҙерләй.

Фото: vk.com.

Лиза Әғәҙуллинаның уҡыусылары
Лиза Әғәҙуллинаның уҡыусылары
Лиза Әғәҙуллинаның уҡыусылары
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: