-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
8 Февраль 2023, 11:28

Туғыҙынсылар һынау тота

Бөгөн бөтә IX синыф уҡыусылары урыҫ теленән йомғаҡлау әңгәмәһен үтә. Был һынау уларҙың дөрөҫ итеп һөйләүен, үҙ фекерен әйтә белеүен тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Туғыҙынсылар һынау тота
Туғыҙынсылар һынау тота

Йомғаҡлау әңгәмәһе өс өлөштән тора. Тәүҙә бирелгән тексты уҡырға тәҡдим ителә. Артабан уҡыусы шуны өҫтәмә мәғлүмәт килтереп һөйләргә, тағы һайлап алған бер тема буйынса монолог һөйләргә һәм текст буйынса һорауҙарға яуап бирергә тейеш. 15 минут ваҡыт бирелә. Зачёт алыр өсөн 10 балл алыу етә. Был - төп дәүләт имтиханына үтеү өсөн шарт. Уҡыусыларҙы ошо борсоуға һала ла инде. Уларҙың 28 проценты үҙенең фекерен белдерергә ҡыйынһына икән. Ә бәйләнешле итеп һөйләй һәм уй-фекереңде әйтә белеү башҡаларға мәғлүмәт еткереү өсөн бик мөһим, ти эксперттар. 

Туғыҙынсыларға һынауҙы уңышлы үтеүҙәрен теләйбеҙ.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: