+14 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
2 Марта 2023, 06:02

Финанс грамоталығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса онлайн-олимпиада башланды

1 - 31 мартта  https://uchi.ru/ мәғариф платформаһында I - IX синыфтар өсөн финанс грамоталығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса олимпиада үтә.

Финанс грамоталығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса онлайн-олимпиада башландыФинанс грамоталығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса онлайн-олимпиада башланды
Финанс грамоталығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса онлайн-олимпиада башланды

Маҡсаты - балаларҙы финанс грамоталығына өйрәтеү, эшҡыуарлыҡ сифаттарын тәрбиәләү. 

Кисә 153-сө лицейҙа олимпиаданы асыу тантанаһында Башҡортостан Милли банкы (Рәсәй Банкы филиалы) идарасыһы Марат Кашапов та ҡатнашҡан. "Олимпиада мәсьәләләрен сисеү уҡыусыларға финанс өлкәһендә нимәне белмәүҙәрен, ниндәй темалар буйынса өҫтәмә шөғөлләнергә кәрәклеген аңларға ярҙам итәсәк" - тине ул.

Был олимпиада менән ҡыҙыҡһыныусылар йылдан-йыл арта. 2021 йылда Башҡортостандан 11 мең 500 кеше ҡатнашһа, 2022 йылда иһә 38 меңгә еткән.

Һөҙөмтәләр буйынса дипломдар, грамоталар, сертификаттар ҙа бирелә. Уларҙы  https://uchi.ru/ сайтында шәхси кабинет аша сығарып алырға мөмкин.

Фото: bashkortostan.

 

Финанс грамоталығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса онлайн-олимпиада башланды
Финанс грамоталығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса онлайн-олимпиада башланды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас