+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ

18 мартта Өфө ҡалаһының 38-се һәм 97-се мәктәптәрендә «Бергә тапшырабыҙ! Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө» тигән Бөтөн Рәсәй акцияһы ойошторола.

Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡАта-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ
Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ

Ул Берҙәм дәүләт имтиханы тирәләй имеш-мимештәрҙе таратыуға йүнәлтелгән. Акция имтихан үткәреү пунктында барған хәлгә, ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарына бәйле бик күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерә.

Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыуҙың күнекмә пункттарында булдырылған шарттар ысынбарлыҡҡа яҡын. Ата-әсәләр бөтә имтихан процедураһын үтергә (теркәлергә, һөҙөмтәләрҙе алырға) мөмкин.

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас