+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
15 Марта 2023, 08:30

Уҡыусыларға значок булдырырға уйлайҙар

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы Дәүләт Думаһы депутаты Яна Лантратованың мәктәптәрҙә значок булдырыу буйынса тәҡдимен хуплаған.

Уҡыусыларға значок булдырырға уйлайҙарУҡыусыларға значок булдырырға уйлайҙар
Уҡыусыларға значок булдырырға уйлайҙар

Был мәсьәлә "Беренселәр хәрәкәте" Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте менән берлектә ҡараласаҡ. Значоктың дизайнын да бергәләп уйлаясаҡтар.

Ул мәктәп формаһының бер элементы булыр, тип көтөлә. Тик иң тәүҙә төбәк кимәлендә мәктәп формаһына дөйөм талаптар булдырырға кәрәк. 

Яна Лантратова әйтеүенсә, значоктар йәш быуын өсөн юғары әхлаҡи принцип, илһөйәрлек атрибуты булырға, ғорурлыҡ уятырға тейеш.

Фото: pravobraz.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас