+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
17 Марта 2023, 11:40

Владимир Путин Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында нимә ти?

Берҙәм дәүләт имтиханы бөтөрөлә, тигән хәбәр ишетһәгеҙ, ҡыуаныр инегеҙме? 

Владимир Путин Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында нимә ти?Владимир Путин Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында нимә ти?
Владимир Путин Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында нимә ти?

Һуңғы көндәрҙә Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында ил кимәлендә төрлө хәбәрҙәр ишетелә. 6 мартта Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анзор Мурзаев, БДИ-ны бөтөрөү тураһында мәсьәлә тикшерелмәй, тигәйне. 16 мартта Михаил Мишустин Берҙәм дәүләт имтиханын бөтөрөү мәсьәләһен тикшергәндә уның бөтә ыңғай һәм кире яҡтарын үлсәп ҡарарға кәрәк, тине. Һәм бына Президент Владимир Путиндың да был һынау тураһында фекерен ишеттек. 16 мартта Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары съезында ул Берҙәм дәүләт имтиханының кире яҡтары әҙ түгел, әммә үҙәктән алыҫыраҡ ятҡан төбәк уҡыусыларына илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге бирә, тип белдерҙе.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас